Иҫке Мораптал ауылы
Ҡәҙерле улым, мырҙам, абзыйыбыҙ Фәнил Хәниф улы Абуҡаевты 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡояштай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, мул, имен тормош, борсоу-хәсрәт күрмәй йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Бәхет теләп һәр көн таңдар атһын,
Ҡояш көлһөн күңел күгеңдә.
Теләктәрҙең иң-иң изгеләрен
Беҙ юллайбыҙ тыуған көнөңдә.
Был юбилей әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа.
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөһрә, абзыйың Фәнис, кейәүең Фәнил, һылыуҙарың Земфира, Эльвира, Зөлфирә һәм уларҙың балалары, барлыҡ туғандары.