Бөтә яңылыҡтар

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ!

Ҡәҙерле Минзиә апай, Илшат еҙнә!

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ!
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ!

1985 йылдың йәмле июнь айында Илкәнәй ауылы ҡыҙы Минзиә Миниян ҡыҙы ВАХИТОВА һәм Таймаҫ ауылы егете Илшат Йәүҙәт улы САҠАЕВ бер-береһен яратып, сәстәрен-сәскә бәйләнеләр. Ошо 40 йыл йәшәү дәүерендә улар бик матур итеп донъя көттөләр, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп башлы-күҙле итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Улар эштәрендә лә һынатманылар, тырышып эшләп хаҡлы ялға сығып әлеге көндә Илкәнәй ауылында йәшәйҙәр.
Ҡәҙерле Минзиә апай, Илшат еҙнә! Ысын күңелдән һеҙҙе 40 йыл бергә ғүмер итеүегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Бар йөрәктән һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Гел шулай матур пар булып, беҙҙе ҡыуандырып йәшәгеҙ.
Байрамығыҙ менән ҡотлап
Апай, еҙнә һеҙгә әйтәбеҙ
Һәр сай шулай беҙгә үрнәк булып
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ!
Иң изге теләктәр менән туғандарығыҙ.

Автор:
Читайте нас: