Бөтә яңылыҡтар

Бәхет диңгеҙендә гел йөҙ

Игорь Ворошиловтың бөгөн тыуған көнө.

Бәхет диңгеҙендә гел йөҙ
Бәхет диңгеҙендә гел йөҙ

Быныһы ғына аҙ, уның отпуск мәле лә. Йәйҙең матур көндәрендә, рәхәтләнеп, ял ит, ауылдың бөтмәҫ бәләләренән арынып тор, йәнеңде лә, тәнеңде лә тыныслыҡта ҡалдыр... Бик булмаһа, диңгеҙ буйҙарына сыҡ та кит- һин булмағандан донъя емерелмәҫ...
Тик Игорь Леонидович башкөллө эшкә сумған (диңгеҙгә түгел). Уңғар ауылы һыу башняһына бөгөн таймер ҡуйғандар. Бына ары һыу тәләфләнмәҫ, аҡса күп сарыф ителмәҫ. 
Ысын тоҙло диңгеҙ һыуҙарында ҡойонор әмәлдәр булмаһа ла (ғүмер рәхәтлектәренең бөтөнләй башҡа тарафтарҙа икәнен белер йәшкә күптән еттек, Игорь), бәхет диңгеҙендә гел ҡойоноп йәшәргә яҙһын һиңә. 

Автор:
Читайте нас