Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Суфия Рәшит ҡыҙы ТӘРЖЕМАНОВАның оло байрамы - 70 йәше тулған көнө. Ошо матур көндә беҙ уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һөйөклөбөҙ һәр ваҡыт яҡшы күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле, яғымлы. Сәскәләрҙең ниндәйен генә үҫтермәй. уның бешергән ризыҡтары телде йоторлоҡ. Кәңәшсебеҙ, терәк-таянысыбыҙҙың алдағы тормошо ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, матур ғүмер ит, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп, һәр ваҡыт шулай изге, сабыр, шат күңелле булып оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә әтейебеҙ - Шамил Шәкүр улы менән бергә иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тула. Өлгөлө ғаилә бер ул hәм ике ҡыҙ үҫтереп, әлеге ваҡытта ете ейән-ейәнсәренә иң яратҡан, ҡәҙерле өләсәй һәм олатай улар. Уңған, тырыш ҡәҙерлеләребеҙҙең ҡулынан килмәгән бер ҙә генә эш тә юҡтыр. Яҡындарына ҙур терәк hәм кәңәшсе, туғандары өсөн йән атып тора улар. Киләсәктә лә бәхетле, оҙон, имен ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ғүмерҙәр ҙә оҙон булһын, тибеҙ,
Бәхеттәр ҙә булһын ғүмерле.
Белеп йәшәгеҙ - беҙҙең өсөн
Һеҙ иң ғәзиз һәм иң ҡәҙерле!
Һеҙҙе яратып, хөрмәт итеп ҡыҙҙарығыҙ Әлиә, Альбина, улығыҙ Ильяс, кейәүҙәрегеҙ Рөстәм, Рәсил, киленегеҙ Лилиә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Айгөл, Айнур, Азалия, Руфина, Регина, Рафаэль, Элиза.