Бөтә яңылыҡтар

Бар теләгең ашһын бойомға

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Хамзина Нәйлә Фәйзи ҡыҙы йәмле июль айында үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Бар теләгең ашһын бойомға
Бар теләгең ашһын бойомға

Ул Көйөргәҙе районының Уңғар ауылында 1970 йылдың 9 июлендә ишле ғаиләлә беренсе бала булып тыуа. Бәләкәй саҡтан етеҙ, өлгөр, тормошто яратыусан, тырыш ҡыҙ әле лә йәштәр кеүек, "Тәмлекәстәр" бешеренеү цехында тәмле бәлештәр бешереп, эшләп йөрөй. Еҙнәбеҙ Наил менән улдары Артурға өлгөлө атай-әсәйҙә.
Нәйлә апай! Бөгөн һинең яҡты байрамың - тыуған көнөң, 55 йәшлек матур Юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙ һиңә һаулыҡ, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Ғүмер байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, барыбыҙ өсөн өлгө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Бәхетле бул!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән Гөлнара, Гөлсәсәк, Нәркәс, Наза һылыуҙарың, Ильгиз мырҙаң һәм кейәүҙарең Зәйнулла, Рәфҡәт, Эмиль.

Автор:
Читайте нас