Бөтә яңылыҡтар

Һағынып көтөп алынған Мөхәббәтем емеше

Радик Сәфиуллинды ҡотлайым!

Һағынып көтөп алынған Мөхәббәтем емеше
Һағынып көтөп алынған Мөхәббәтем емеше

Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ - Радик Нурғәли улы Сәфиуллинды йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Теләйһе килә һиңә
Теләктәрҙең иң матурын.
Гел әйтәһем килеп тора
Теймәһен тип күҙ генә.
Һағынып көтөп алынған
Мәхәббәтем емеше.
Йөҙөңдәге һөйкөмлөлөк
Ҡояштың үҙе шикелле.
Яҡтыртаһың донъямды.
Мине бәхетле итергә
Ауаз һалдың бар ергә.
Оҙон ғүмерле һау сәләмәт
Бәхетле бул үҙең дә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың исеменән әсәйең.

Автор:
Читайте нас