Ғүмерҙәрегеҙҙәге иң иҫтәлекле гүзәл байрамдарығыҙ менән тәбрикләп, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ваҡытында табыштығыҙ, үҙ мәлендә ҡауыштығыҙ. Бер-берегеҙгә булған ҡайнар хистәрегеҙҙе һаҡлап, туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, матур ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын. Бәхетле ғаилә тормошо һеҙгә!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ
Алтын туйығыҙ менән!
Илле йәшлек ғаиләнең
Оло байрамы менән!
Йәш ваҡыттағы һөйөүгә
Һеҙ тоғро ҡалғанһығыҙ,
Ғаиләне ел-ямғырҙан
Һеҙ һаҡлай алғанһығыҙ!
Беҙ теләйбеҙ Алтын туйҙа
Бары изге теләктәр,
Ҡартайыуға бирешмәйсә
Дәртле типһен йөрәктәр!
Айырылмаҫ юлдаш булһын
Һаулыҡ, шатлыҡ , уңыштар,
Күлдәге пар аҡҡоштарҙай
Матур барһын тормоштар!
Күмертау ҡалаһы Кинйә Арыҫланов исемендәге халыҡ фольклор ансамбле коллективы.