Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәт булһын изге йөрәгең

Радик ӘҘЕҺӘМОВты ҡотлайбыҙ!

Сәләмәт булһын изге йөрәгең
Сәләмәт булһын изге йөрәгең

Абдул ауылы
Ҡәҙерле туғаныбыҙ Радик Мәһәҙи улы ӘҘЕҺӘМОВты 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән, сабыр холоҡло, оло йөрәкле яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, имен тормошта йәшәүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, алдағы көндәреңдә лә ҡатының-парың Фирүзә менән бәхетле ир, балаларыңа яҡшы атай, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан бабай булып, уларға терәк һәм кәрәк булып, уларҙың уңыштарын, изгелектәрен, хөрмәтен күреп ҡыуанып, оҙон ғүмерле ҡартаймаҫ бабай булып йәшәргә Хоҙай насип итһен ине.
Йәшәгән һайын, йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын
Оҙон булһын ғүмерең.
Ут уйнатҡан уңған ҡулың
Талыу ғына белмәһен.
Һаулыҡ, шатлыҡ, ҡыуаныста ғына
Гөрләп үтһен алдағы көндәрең.
Матур июль айында бер-бер артлы ике юбилей килә. Юбилярыбыҙҙың килене Әлфиә Минехан ҡыҙы ла 25 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылай. Улдары Нияз менән улар бер ҡыҙ һәм бер малай үҫтерәләр.
Әлфиә, хәләл ефетең менән бәхетле пар булып һаулыҡта, шатлыҡта ғына тормош көтөргә яҙһын. Олоғайып килгән нәнәй, бабайҙы хөрмәт итеп, уларҙың ярҙамы менән, үҙегеҙ ҙә ярҙам итеп, туғандарығыҙ менән татыу тормошта йәшәгеҙ. Өйөгөҙ балалар тауыштары менән тулы булһын.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп
Йәшә һин мәңгелек гөл булып.
Ҡояш нурын һипкән саҡта,
Тулып-ташып торһон бәхетең,
Сәләмәтлек, уңыш юлдаш булһын
Ысынға ашһын хыял-өмөтөң.
Ошо изге, матур теләктәр теләп барлыҡ туғандарығыҙ исеменән Фәйрүзә апайығыҙ

Автор:
Читайте нас