Иҫке Мораптал ауылы
Ошо көндәрҙә беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған абзыйыбыҙ Радик Ғәбиҙулла улы БӘШИРОВ матур ғүмер байрамын билдәләй.
АБзый, һин барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙеңә туплағанһың. Аҡыллы ир-уҙаман, иғтибарлы ғаилә башлығы, ышаныслы дуҫ, киң күңелле, ярҙамсыл туған... Тағы бик күп матур һүҙҙәр менән ҡылыҡһырларға булыр ине, абзый, һине. Һеҙҙең ҡунаҡсыл өйөгөҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Изге күңелең, ихласлығың менән ихтирам яулайһың. Кешеләргә ҡылған матур ғәмәлдәрең үҙеңә тик яҡшылыҡ булып ҡайтһын. Фәрзәнә еңгәбеҙ менән ҡорған донъяғыҙҙа артабан да тағы күп йылдар бәрәкәтле, бәхетле ғүмер итергә яҙһын. Тыуыр көндәрең тик именлек, яҡшы хәбәрҙәр алып килһен. Һаулығың ныҡлы, киләсәгең өмөтлө булһын.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң-иң яҡты теләктәр менән Хәйбулланан Илембәтовтар, Өфөнән һәм Стәрлетамаҡтан Туйгилдиндар, Яҡшымбәттән Абдуллиндар ғаиләләре.