Бөтә яңылыҡтар

Йорттар йәмле әткәй тыны менән

Илдус САФАРОВты ҡотлайбыҙ!

Йорттар йәмле әткәй тыны менән
Йорттар йәмле әткәй тыны менән

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әткәйебеҙ, олатайыбыҙ Илдус Минибай улы САФАРОВты оло байрамын - 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһең.
Киң күңелле, бар эшкә лә уңған, хәстәрлекле ғаилә башлығы, оло йөрәкле атай һәм ейән-ейәнсәрҙәренә киң ихлас олатай булған ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, таҙалыҡ, муллыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ! Киләсәктә лә ҡартайыуҙы һиҙмәйсә, йәшәү дәртеңде һүндермәйсә, әнкәйебеҙ менән оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын! Беҙгә матур тәрбиә биреп, кеше итеп үҫтегәнегеҙ өсөн, әткәй, һиңә тыуған көнөңдә барыһы өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ.
Рәхмәт, әткәй, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Аштар тәмле әнкәй ҡулы менән,
Йорттар йәмле әткәй тыны менән.
Йортобоҙҙоң утын һүндермәйсә
Йәшәгеҙ һеҙ ҡайғылар күрмәйсә!
Һине яратып, хөрмәт итеп әнкәйебеҙ, балаларың, киленең, кейәүҙәрең, ейәндәрең.

Автор:
Читайте нас