Ермолаево ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын һәм ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле һәм яратҡан атайыбыҙ - Илфат Анатольевич КЕЛОВты күркәм ғүмер байрамы - 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ғаиләм тип тырышып, янып йәшәүсе, уңған, хәстәрлекле, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сөмбөл, балаларың Ринат, Сулпан, Ильяс, Рамина.