Яҡшымбәт ауылы
Иң яҡын кешебеҙ, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Әнисә Хәйрулла ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны күркәм тормош байрамы 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең һөйөклөбөҙ изге күңелле, сабыр, кешелекле, тыуған йәнле. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, парлы, бәрәкәтле ғүмер насип булһын. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, атайыбыҙ менән беҙгә терәк таяныс булып оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән, ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлык менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беззең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул.
Иң көзерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Инсаф, улың Ильгиз, ҡыҙҙарың Ильсина, Азалия,киленең Әлиә, кейәүең Филюс, ейәнсәрҙәрең Диана һәм Аиша.