Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Рәмил Хәйрулла улы КЕЙЕКБАЕВты һәм Әнисә Хәйрулла ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны 55 йәшлек күркәм юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
55 йәш ул тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөгөҙ менән ҡотлап, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һеҙҙең тыуған көндәр
Күҙегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙҙә
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын һеҙҙең тормош күгендә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, киленең Минзәлә, ҡыҙҙарың Илиза менән Илүзә, улың Илмир, кейәүең Илгиз, ейәнсәрҙәрең Илина менән Зарина.