Күмертау ҡалаһы
Һөйөклө ейәнсәрем Амелия Альберт ҡыҙы МИҺРАНОВАның тыуған көнө бөгөн. Бәпесебеҙгә бер йәш тулды, өләсәй булыуыма 1 йыл. Улым менән киленемә ҙур рәхмәт, ейәнсәр бүләк итеүҙәренә.
Балаҡайымды йәше тулыуы менән ихлас ҡотлайым. Бәхетле, тәүфиҡлы, аҡыллы, ата-әсәңә иш булып, ҙур булып үҫ ҡыҙым!
Бер йәш һиңә бөгөн, балаҡайым,
Иң ҡәҙерлем минең, йөрәгем,
Ҡояшҡайым минең, алтынҡайым,
Донъяларҙа иң-иң кәрәгем!
Иң ҙур теләк, балам – сәләмәт бул!
Тәүфиҡ, әҙәп бирһен Хоҙайым,
Уңыштарың менән ғорурланып
Ҡалған ғүмеремде уҙайым.
Бөтәбеҙгә берҙәй ҡәҙерле һин,
Яратабыҙ һине өҙөлөп!
Иманлы бул, балам! Юлдарыңа
Гөл-сәскәләр үҫһен теҙелеп.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән өләсәйең Рита.