Бөтә яңылыҡтар

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Фоат РЫҪҠОЛОВты ҡотлайбыҙ!

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Таймаҫ ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ, ҡәйнешебеҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Фоат Әхәт улы РЫҪҠОЛОВты ихлас күңелдән 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ оло йөрәкле, изгелекле, туған йәнле кеше. Ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итмә, һәр ваҡыт ихлас ярҙам итә.
Ғәҙел, тура һүҙле, намыҫлы туғаныбыҙ һәр ваҡыт әйткән һүҙен үтәй, башлаған эшен еренә еткереп ҡуя. Илһөйәр килен менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Тырышып, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫырайҙар, умарта тоталар, баҡса үҫтерәләр. Ауыл тормошонда ла Фоат туғаныбыҙ әүҙем ҡатнаша. Ҡулынан килгәнсә, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға ярҙам итә.
65 йәш - ир-егет өсөн тормош дилбегәһен ышаныслы тотоп, артабан да яңы үрҙәр яулап, гөрләтеп донъя көтөр мәл ул.
Туғаныбыҙҙы матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ: ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, барлыҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Илһөйәр килен менән бер-берегеҙгә терәк булып, бәхеткә, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелегенә төрөнөп, ырыҫлы оҙон ғүмер итегеҙ!
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың.
Барса туғандарға, яҡындарға
Һәр саҡ изге булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән, барлыҡ туғандарың исеменән Фәрит абзыйың, Сәмәрә еңгәң һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас