Бөтә яңылыҡтар

Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә

Фоат РЫҪҠОЛОВты 65 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә

Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә тыуған ауылында гөрләтеп йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ Фоат Әхәт улы РЫҪҠОЛОВты ысын күңедән күркәм юбилейы - 65 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ғаилә тарихы 1996 йылда башлана. Утыҙ йылға яҡын иптәшем менән гөрләтеп донъя көтәбеҙ, Аллаға шөкөр.
Иршат һәм Фирҙәт исемле баһадир улдар, Илүзә исемле матур ҡыҙ үҫтерҙек.
Яҡыныбыҙ изге күңелле, аҡыллы, тырыш, талапсан, уңған кеше.
Ошо күркәм сифаттары тормош һынауҙарына бирешмәй, бер төптән ғүмер даръяһында бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып атларға булышлыҡ итә.
Ҡәҙерлебеҙ, тыуған көнөң ҡотло булһын!
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, барлыҡ эштәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Аңлағаның, тыңлағаның, беҙгә ышаныслы терәк булғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә! Беҙ һине яратабыҙ! Киләсәктә лә беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле оҙон ғүмер ит! Ә беҙ һиңә һыйынып, иркәләнеп, артабан да, бергә-бергә матур ғүмер итәйек! Амин!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә,
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изгетеләктәр менән тормош иптәшең Илһөйәр, улдарыбыҙ Иршат, Фирҙәт, ҡыҙыбыҙ Илүзә һәм кейәүебеҙ Илназ.

Автор:
Читайте нас