Илкәнәй ауылында тыуып, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө улым Фәнир Баймырҙа улы ХАЛИҠОВты матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ итәғәтле, ябай һәм кешелекле, ярҙамсыл, эшһөйәр булыуы менән эшендә ихтирам ҡаҙанды. Ул ғүмер буйы Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау участкаһында эшләй һәм гел маҡтауға лайыҡлы булып күп Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Тормошта ул ышаныслы ғаилә башлығы, ныҡлы терәк булған улым, абзый, атай ҙа. Рәшиҙә килен менән иңгә-иң терәшеп күркәм пар булып ғүмер итәләр. Балаларына матур тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Ҡәҙерлебеҙгә барыр юлдарының яҡты, эштәренең бәрәкәтле, һөйөнөслө көндәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ, рухының ныҡ булыуын теләйбеҙ. Күңеле шулай һәр саҡ киң, атыр таңдары аяҙ, килер көндәре яҡты булһын. Оҙон ғүмер тән сихәтлеге, ныҡлы һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә, күңелдәрендә йән йылыһының нуры һүнмәй, барыһына ла кәрәк һәм терәк булып тағы ла күп йылдар ғүмер йомғағын һүтергә насип булһын беҙҙең ҡәҙерлебеҙгә.
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандары исеменән әсәйе Клара Халиҡова.