Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ, бейемебеҙ Эльвира Рәмил ҡыҙы ЙӘМИЛОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләп иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерленән-ҡәҙерле һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, беҙҙең һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, бәхетле тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Ин изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәғиз, ҡыҙың Әлфиә, улың Линар, кейәүең Денис, киленең Лиана, ейән-ейәнсәрҙәрең Азалия, Риан, Даниэль, Сафия, Карина, Ясмина.