Үрге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Роза МӨХӘМӘТЙӘНОВА үҙенең 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙ һәр ваҡыт әсәйебеҙҙең аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ. Көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеге, кешелеклеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып яҡындарының хөрмәтенә күмелеп иҫәнлектә һәм сәләмәтлектә оҙон ғүмер итеүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, күңелеңде тыныслыҡ, рух ныҡлығы, иман нуры ташламаһын. Тыуар таңдарың - имен, килер көндәрең - аяҙ, тормошоң бәрәкәтле булһын.
Бураҙналар һыҙып маңлайыңа
Күпме йылдар, юлдар үткәндәр.
Муйылдар ҡара сәстәреңә
Ынйылай салдар төшкәндәр.
Ябай, сабыр, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән балалары: Венер, Илшат, Гөлназ, килене Эльвира, Альбина һәм уларҙың балалары исеменән кейәүе Әхмәт.