Бөтә яңылыҡтар

Мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!

Роза МӨХӘМӘТЙӘНОВАны 85 йәшлек матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!
Мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!

Үрге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ Роза МӨХӘМӘТЙӘНОВАны 85 йәшлек матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Сабыр холоҡло, киң күңелле, уңғанлығы менән һоҡландырған, тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән, оло йөрәкле, ғәзиз кешебеҙгә бәхетле көндәр, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, тыуар иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнешең Хаҡҡолой, бикәсең Фәниә һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: