Бөтә яңылыҡтар

Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Румил МӘҠСҮТОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Килер көндәрең бәхет менән тулһын
Килер көндәрең бәхет менән тулһын

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе улыбыҙ, туғаным, абзыйыбыҙ Румил Рауил улы МӘҠСҮТОВты 45 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙеңә туплағанһың: туған йәнле, изге күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл, уңған кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Киленебеҙ Зөлмирә менән балаларыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙгә булған хөрмәтегеҙ, ярҙамығыҙ үҙегеҙгә хөрмәт менән ҡайтһын. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең көләс, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Бөтә булған борсолоуҙар, ҡайғы-хәсрәт
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын,
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, әтейең, апайың һәм туғандарың.

Автор:
Читайте нас