Бөтә яңылыҡтар

Туғандарың менән бергә бәхетле оҙон ғүмер кисер

Румил МӘҠСҮТОВтың бөгөн матур ғүмер байрамы. 

Туғандарың менән бергә бәхетле оҙон ғүмер кисер
Туғандарың менән бергә бәхетле оҙон ғүмер кисер

Яҡшымбәт ауылында тыуып, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ Румил Рауил улы Мәҡсүтовтың бөгөн матур ғүмер байрамы - 45 йәшлек юбилейы. Ҡәҙерлебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Яҡыныбыҙ хәстәрлекле, изге күңелле, тырыш, талапсан, ярҙамсыл, туған йәнле кеше. Яратҡаныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын, ғаиләһе, туғандары менән бергә бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлмирә, улыбыҙ Тимур һәм ҡыҙыбыҙ Диана.

Автор:
Читайте нас