Бөтә яңылыҡтар

Тормошобоҙ һинең менән матур

Гөлдәр РӘХМӘТУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Тормошобоҙ һинең менән матур
Тормошобоҙ һинең менән матур

Айсыуаҡ ауылы
Йәмле йәйҙең матур көнөндә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - Гөлдәр Радик ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА - 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Беҙҙең һөйөклөбөҙ – хәстәрлекле әсәй, яратҡан өләсәй, дуҫтарына алсаҡ, туғандарына ярҙамсыл. Һәр эштә лә тәртип һәм теүәллек яратыуына, талапсан булыуына, эшләгән эштәрен яратып, еренә еткереп башҡарыуына ҡарап һоҡланабыҙ. Әсәйебеҙ уңған хужабикә, ҡулдарынан килмәгән эше юҡ уның, ҡайтҡан һайын тәмле аштары, йылы һүҙе, алсаҡ йөҙө менән ҡаршылап беҙгә шатлыҡ өлгәшә.
Әсәй, һинең беҙҙе лайыҡлы итеп тәрбиәләйем тип түккән көсөң, күңел йылылығың, тырышлығың, йоҡоһоҙ төндәрең өсөн баш эйәбеҙ алдыңда!
Ҡәҙерлебеҙ! Һине оло юбилейың менән ысын куңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, матур булып ҡалыуыңды, туғандарыңа һәм яҡындарыңа ҡояштай йылы нурыңды таратыуыңды, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең наҙына, һөйөүенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә,
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Оксана, Светлана, кейәүҙәрең Наил, Урал, улдарың Артур, Раян, килендәрең Лира, Азалия һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: