Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Фәриҙә Карамат ҡыҙы БИКМАЕВА үҙенең 85 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Беҙ уны ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы тәләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ, һине ғүмер байрамың менән тәбрикләп барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең киң күңелеңдә, оло йөрәгеңдә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә урын бар. Һин барыбыҙҙы ла хәстәрләп һәм уйлап, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып йәшәйһең.
Алдағы көндәреңдә һиңә күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ. Яҡындарыңа йылылыҡ өләшеүсе йөрәгеңдә йәшәү дәрте, донъяға булған һөйө хисе һүнмәһен, балаларыңдың изгелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй изге күңелле, ихлас һәм алсаҡ булып ҡал.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әней, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.