Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ булғанға беҙ бәхетле

Зариф менән Зилә МАНҒОТОВтарҙы ҡотлайбыҙ!

Һеҙ булғанға беҙ бәхетле
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Зариф Ғарифулла улы менән һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Зилә Рубис ҡыҙы МАНҒОТОВтарҙы бергә ҡабыҙған ғаилә усағын һүндермәйенсә, бер-береһенә терәк булып, матур итеп йәшәүҙәренә 40 йыл!
Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡлап та йәшәү өлгөһө, тормошобоҙҙа үрнәк булып тораһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ тулы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ,
Һүҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән улығыҙ Илдус, ҡыҙҙарығыҙ Гүзәл, Айгөл, киленегеҙ Әлиә, кейәүегеҙ Айгиз, ейәндәрегеҙ Аскар, Баязит, Марат, Мансур, ейәнсәрҙәрегеҙ Айгүзәл, Әминә.

Автор:
Читайте нас