Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен

Хәлил ИБРАҺИМОВты ҡотлайбыҙ!

Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен
Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен

Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ - Хәлил Фәрит улы ИБРАҺИМОВ ғүмеренең күркәм байрамын - 65 йәшлек юбилейын ҡаршылай!
Тырыш, хәстәрлекле, ҡәҙерле кешебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап иң изге, иң йылы, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, ғүмереңдең ошо матур миҙгеле һинең иң яҡты, аҡ өмөттәреңде аҡлаһын, хыялдарыңды бойомға ашырһын, тормошоңдо бәхеткә, ырыҫҡа күмһен. Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң аяҙ, бәхет шишмәләрең тулы, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын.
Бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәреңдең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ. Киләсәк иртәләреңде бәхеттә, яҡындарың ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәриә, балаларың Рита, Алмас, Айгүзәл, кейәүҙәрең Алмаз, Ильяс, киленең Лилиә һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас