Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Зөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы АБДУЛОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй, ошо уңайҙан уны ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем уңған, тырыш, сабыр йөрәкле, ихлас күңелле кеше, ул олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы, иғтибарлы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Әнейебеҙ тормоштоң ауыр һынауҙары алдында баш эймәй, беҙҙе, биш ҡыҙын, тәрбиәләп, үҫтереп, туйҙар яһап оло тормош юлына оҙатты.
Ҡәҙерле, һөйөклө әнейебеҙ, һиңә ошо матур байрамыңда оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, тән сихәте, һаулыҡ-сәләмәтлек, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйсә беҙ балаларыңа ныҡлы терәк булып тороуоңды теләйбеҙ. Һаман шулай көслө рухлы һәм ярҙамсыл, изге күңелле, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең изгелеген-игелеген күреп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын. Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп йәшә.
Әнейебеҙ, ҡәҙерлебеҙ,
Әлдә һин бар донъяла.
Тормошобоҙ ҙа йәмле,
Бары тик һин булғанға.
Тормош ауырлыҡтарын
Үттең һынмай-бөгөлмәй.
Биш ҡыҙыңды үҫтерҙең,
Һынауҙарға бирешмәй.
Һинең ҡулдан эскән сәйҙәр,
Бигерәк тәмле, шифалы.
Телдәреңде йоторлоҡ,
Бешергән һәр һыйҙарың.
Сәләмәт бул, ауырыма,
Күңелең тыныс булһын.
Оҙон-оҙаҡ йәшә, әней.
Һаҡлап нигеҙ йылыһын.
Юбилейың менән ҡотлап,
Ни әйтһәк тә аҙ һымаҡ.
Иҫәнлектә, гөрләп йәшә
Сәскәле йәйҙәр һымаҡ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлсиә, Гөлнур, Зилә, Әнисә, Гөлфиә, кейәүҙәрең Флүз, Рәфис, Илнур, Зиннур, Закир һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.