Батыр ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәусе яраткан кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Фидан Шәрәфетдин улы Хамитовты йәшлегенең күркәм байрамы - 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тырыш, егәрле, өлгөр, хәстәрлекле, киң күңелле кеше ул. Киләсәктә лә тормош иптәшең Венера, балаларығыҙ Данил, Нәргизә менән етеш тормошта, татыу ғүмер итергә яҙһын. Беҙ һине алсаҡ, тормошто яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың өсөн хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Юлдарыңда Хызыр Ильяс һәр ваҡыт юлдаш булһын! Эштәрең уң, күңелең көр, ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерлек булһын!!!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән ҡайның, ҡәйнәң, бажаң Фәһим, Эльвира ҡәйенбикәң, Ирина балдыҙың.