Федоровка районы Батыр ауылында тыуып, үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ - Фидан Шәрәфетдин улы ХӘМИТОВты матур ғүмер байрамы - 45 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ тырыш, уңған, хәстәрлекле ғаилә башлығы, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм барыһы өсөн дә уға рәхмәтлебеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ҡояш нурындай оҙон ғүмер, йән тыныслығы, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй ихлас күңелле булып ҡал.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай!
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Венера, улың Данил, ҡыҙың Нәргизә.