Был һеҙҙең йәшлек миҙгелендә, ғүмер юлында, бер генә була торған иң шатлыҡлы, иң бәхетле, һоҡландырғыс көнөгөҙ. Ошо тәүге матур ғаилә байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә пар аҡҡоштарға хас тигеҙ мөхәббәт теләйбеҙ. Былбылдар кеүек һайрашып, күгәрсендәй гөрләшеп, бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, оҙон-оҙаҡ татыу һәм бәхетле йәшәгеҙ. Күҙҙәрегеҙҙән күҙҙәрегеҙ, ҡулдарығыҙҙан ҡулдарығыҙ айырылмаһын. Ҡояштай балҡыған бөгөнгө йөҙҙәрегеҙ һәр ваҡыт ошолай янһын. Уртаҡ мөхәббәт усағын әле берегеҙҙең, әле икенсегеҙҙең күңел ҡуҙы һаман-һаман ялҡынлатып торһон.
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парҙар булғанһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.
Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Түрә булһын түрегеҙҙә —
Мөхәббәт бер-берегеҙгә.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ.