Яҡут ауылы
Быйылғы август айы беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн ҙур байрам килтерҙе, ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, ҡәйенбикәбеҙ - Гөлсәсәк Рифҡәт ҡыҙы ЯЛСЫҠАЕВА бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй.
Гөлсәсәк туғаныбыҙ, беҙ һине ошо шатлыҡлы, ҡыуаныслы ғүмер байрамың менән ихлас күңелдән тәбриклйбеҙ!
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, таҙалыҡ, һөйөнөс-ҡыуаныстарға бай, фиҙаҡәр хеҙмәткә нигеҙләнгән ғүмер юлы теләйбеҙ. Тормошоңда уңышлыҡтар теләйбеҙ, беҙгә туғандарыңа терәк-таяныс, үрнәк-өлгө булып йәшәргә булһын, Алла бирһә.
Кешеләргә, ауылдаштарыңа таратҡан күңел йылың, изгелегең үҙеңә хөрмәт, ихтирам булып әйләнеп ҡайтһын. Тыуыр таңдарың яҡты, килер көндәрең аяҙ булһын. Беҙ һине яратабыҙ.
Юбилейың һинең гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ
Беҙ теләйбеҙ алдағы ғүмереңдең
Бәрәкәтле, яҡты нурлыһын.
Гөрләп атһын килер көндәрең!
Ҡотлау менән әтейең Рифҡәт, апайың Зәкиә, һылыуың Айгөл, кейәүең Мөнир һәм уларҙың балалары.