Бөтә яңылыҡтар

Һин, ҙур улым, бик тә тырышһың

Рәшит ҒИСМӘТУЛЛИНды ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һин, ҙур улым, бик тә тырышһың
Һин, ҙур улым, бик тә тырышһың

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле минең алтын бағанам, терәгем - өлкән улым, хәстәрлекле, балаларым тип уларҙы өҙөлөп яратып, алдағы тормоштарында яҡты маяҡ булып тороусы, йомшаҡ күңелле, алсаҡ йөҙлө, тура һүҙле, белемле, тырыш, туғандары өсөн төплө кәңәшсе, уларҙы һаҡлауысы, яратыусы, ҡулынан килгәнсе, уларға ярҙам итеүсе Рәшит Рәүил улы ҒИСМӘТУЛЛИНды күркәм юбилейы - 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уға киләсәктә ҡоростай һаулыҡ, көс-дәрт, донъя именлегендә йәшәүен теләйбеҙ, Киләсәктә бөтәбеҙгә күрһәткән изгелектәренең игелектәрен күреп, яҡындарының күңел йылыһын тойоп, именлектә ауылыбыҙҙың, ғаиләһенең, туғандарының ғорурлығы булып йәшәүен теләйбеҙ.
Һин, ҙур улым, бик тә тырышһың, намыҫлыһың, тура һүҙлеһең, һәр ваҡыт әйткән һүҙеңде, оҙаҡҡа һуҙмай, шул мәлдә үтәйһең, башлаған эшеңде еренә еткереп эшләүсе аҡыллы егетһең! Рәхмәт, балаҡайым, барыһы өсөн. Һиңә мөрәжәғәт иткән һәр бер кешегә шул уҡ ваҡытта ярҙам да итәһең.
Киленем Гөлнәзирә менән геүләтеп-дөрләтеп донъя көтәһегеҙ. Матур, үҙегеҙгә оҡшаған бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙегеҙ. Уларҙы үҫтереп, уҡытып, "ҙур" кешеләр итеп, уларға кәрәкле тәрбиә береп, оло тормош юлына оҙаттығыҙ.
Улар һәр ҡайһыһы үҙ урындарын табып матур итеп эшләп, үҙ ояларын ҡороп, Аллаға шөкөр икешәр бала тәрбиәләйҙәр. Ә хәҙер инде һеҙгә иҫән булып ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе үҫтерешергә ярҙам итергә яҙһын! Улым! Шул үҙегеҙ үҫтергән балаларҙың игелектәре күреп, хөрмәтле олатай-өләсәй булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмерҙәр кисерегә булһын.
Улым, матур ғүмер байрамың менән ҡотлап күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һиңә йән тыныслығы, барлыҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын насип итһен. Киленем менән балаларҙың, яҡындарығыҙҙың изгелегенә төрөнөп ҡыуаныслы ғүмер кисерегеҙ!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Ғүмерҙәрҙең һәр иртәһе, кисе
Бәйләм-бәйләм бәхет килтерһен.
Иң изге теләктәр менән әнейең Фирҙәүес, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм туғандарың.

Автор:
Читайте нас