Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һөйөүе менән тулһын

Көйөргәҙе районы муниципаль районының Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Рәүил улы ҒИСМӘТУЛЛИНды 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һөйөүе менән тулһын
Ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һөйөүе менән тулһын

Хөрмәтле Рәшит Рәүил улы! Ошо тантаналы көндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы һәм берлектәге хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ысын күңелдән Һеҙгә оҙаҡ йылдарға етәрлек көс, күңелегеҙ менән йәш булып ҡалыуығыҙҙы, оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға күңел тыныслығы, һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, ғүмерегеҙҙең һәр көнө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һөйөүе, ихтирамы менән тулы булһын, ә белем, тәжрибә һәм эшкә тоғро булыуығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһе мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә мөмкинлек бирһен!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Изге теләктәр менән Мораптал ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.

Автор:
Читайте нас