Яңы Муса ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ Илшат Хөсәйен улы Вәлиевты 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Һинең кеүек сабыр, саф күңелле әтейҙәр бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Үҫтерҙең, кеше иттең, барыбыҙ ҙа мең рәхмәттәр уҡып, оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Киләсәктә әней менән бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын, йән йылыһын тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, һаулыҡта йәшәргә насип булһын үҙегеҙгә!
Һине яратҡан тормош иптәшең Рәсилә, улың Фәрит, киленең Эльза, ҡыҙҙарың Лилиә, Зилә, кейәүҙәрең Ришат, Артур, ейән-ейәнсәрҙәрең Рәсүл, Радмир, Риана, Ролан , Сафина.