Был донъяла беҙгә һеҙ кәрәк!

Рауза менән Радик ЯРЫШЕВтар күркәм ғүмер байрамдарын билдәләй!

Был донъяла беҙгә һеҙ кәрәк!Был донъяла беҙгә һеҙ кәрәк!
Был донъяла беҙгә һеҙ кәрәк!

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле һәм яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Рауза Ғәйнулла ҡыҙы ЯРЫШЕВА һәм һөйөклө әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ - Радик Ғайса улы ЯРЫШЕВтар ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамдарын - тыуған көндәрен билдәләйҙәр!
Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Ишек асып өйгә ҡайтып кергәс,
Ҡаршы алыу өсөн әней-әтей бар.
Әней булған йорттоң бәхете ҙур,
Әтей унда – оло бер терәк.
Был донъяла ауырлыҡтар күрмәй
Йәшәр өсөн беҙгә һеҙ кәрәк!
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Рәмил, Илгиз, Илшат, килендәрегеҙ Ғәлиә, Илмира, Гөлнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас