

Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Хәҙисә Ергис ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны тыуған көнө менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Һин булғанға беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә бергә-бергә, йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, беҙҙең һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул, парлы, бәхетле тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Нәфисә, Ғәлиә, кейәүең Рәмил һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.