Бөтә яңылыҡтар

Ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен

Гөлзирә БУРАКАНОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен
Ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө һәм яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Гөлзирә Әмир ҡыҙы БУРАКАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 75 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин үк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ. Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Сабыр холоҡлоһоң, киң күңеллеһең, оло йөрәклеһең, уңғанлығың менән һоҡландыраһың.
Һиңә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуыр иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, төплө, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Әлфиә, Зөлфиә, кейәүҙәрең Денис, Николай, ейән-ейәнсәрҙәрең Динә, Артём, Альбина, бүлә-бүләсәрҙәрең Иван һәм Мирон.

Автор:
Читайте нас