Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Гөлназ Самат ҡыҙы АЛЛАБИРҘИНАны 30 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, үҙ эшен намыҫлы башҡарған, һәр кешенең күңеленә үтеп инә белгән коллегабыҙҙы барыһы ла ихтирам итә.
Хөрмәтле, Гөлназ Самат ҡыҙы, һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙы кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм итәғәтлелек талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәнһегеҙ. Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡҡа иң ауыр минуттарҙа ярҙамға ашығаһығыҙ, донъялағы иң мөһим байлыҡты – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ. Ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, тынғыһыҙ һөнәрегеҙҙә уңыштар яулап, ҡыҙҙарығыҙға һөйөнөп, тормош иптәшегеҙҙең ныҡлы терәген тойоп сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Тыуар таңдарығыҙ - аяҙ, тормошоғоҙ бәрәкәтле булһын.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт