Байрамың менән, иң яҡын класташыбыҙ!

Лена ТӘЗЕТДИНОВАны ҡотлайбыҙ!

Байрамың менән, иң яҡын класташыбыҙ!Байрамың менән, иң яҡын класташыбыҙ!
Байрамың менән, иң яҡын класташыбыҙ!

Тимербай ауылында тыуып, шунда ғүмер итеп, бар тормошон белем биреүгә бағышлаған класташыбыҙ Лена Мансур ҡыҙы ТӘЗЕТДИНОВАны матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде, ҡыҙыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы таҙалыҡ, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ.

Ғүмерҙе бит йылдар билгеләмәй

Йәшәү дәрте булһын күңелдә

Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар

Юлдаш булһын һиңә ғүмергә

Байрамың менән, иң яҡын класташыбыҙ!

Балҡып тор һин гел иртә-кис

Ысын йөрәктән ҡотлауыбыҙ

Йыр булып һиңә барһын

Бөгөнгө байрамың ғүмергә

Иҫтәлек булып ҡалһын.

Бергәләшеп әле бик күп тапҡыр

Осарышырбыҙ тағын да

Ирешерһең маҡсат-теләгеңә

Яндарыңда булһа юлдашың.

Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас