

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Ринат Закир улы ТУҠТАРОВты 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, ҡәҙерле кешебеҙҙе ғүмер байрамы менән котлап иң изге, иң йылы, ихлас теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Тыуасаҡ таңдаоың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң аяҙ, бәхет шишмәләрең тулы, киләсәгең йыр кеүек, ҡояш кеүек яҡты булһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, шатлык-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
60 йәшең ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә ғүмер түренә.
Йәшлек дәрте тулы йондоҙҙар
Һибелһендәр күңел түреңә.
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен белеп кенә,
Йәшә әле ерҙә ҡыуанып.
Сәләмәт бул, борсоу-хәсрәт күрмә,
Тормоштарың торһон нурланып.
60 йәш ул әллә ни күп түгел,
Тырыш,әйҙә, 100-гә етергә.
Яҙһын 100-гә етеп, шатлыҡ менән,
Бергә-бергә ғүмер итергә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Альфинур, ҡыҙың Ләйсән, улың Руслан, кейәүең Рәмил, киленең Зөлфиә, ейәндәрең Рөстәм, Румил, Нурислам, Марсель, ейәнсәрең Самира.