Бөтә яңылыҡтар

Айырылмаһын тормош юлығыҙ

Ҡәҙерле кешеләребеҙ Күмертау ҡалаһы һылыуы Карина Хуршед ҡыҙы АВАЗОВА менән Абдул ауылы батыры Илгиз Идеал улы ШАБАЕВТЫ законлы никахтары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Айырылмаһын тормош юлығыҙ
Айырылмаһын тормош юлығыҙ

Ҡәҙерлеләребеҙ, меңдәр араһынан табышып ҡауыштығыҙ. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, йәшәү йәмен тойоп, бер-берегеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, барыбыҙҙы һоҡландырып иңгә-иң терәшеп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурҙарынан балҡып торһон. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын, бәхетегеҙ тулып, ташып торһон. Тормошоғоҙҙо биҙәп, аҡыллы, тәүфиҡлы, иманлы, һау-сәләмәт балаларығыҙ тыуып, яңынан-яңы шатлыҡтар өҫтәлеп торһон. Теләгән барлыҡ изге теләктәрегеҙ, бағлаған өмөттәрегеҙ тормошҡа ашһын.
Оло юлға һеҙ сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдынан әйтәйек һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ!
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парҙар булғанһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.
Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшөп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ.

Автор:
Читайте нас