

Эштәреңдә һәр ваҡыт уңыштар теләп, һинең ныҡлы терәгең булып торорбоҙ!
Бөйөк йөрәк
Күп китаптар бағышланған
Бөйөк кешеләр хаҡына.
Әммә хәҙер һүҙ барасаҡ
Бөйөк йөрәк тураһында.
"Бөйөк", тигән һүҙҙе ишетһәм
Атайым килә күҙ алдыма.
Ер шары ла туҡтай шаулауынан
Атайым һүҙен башлаһа.
Юҡ, ҡаты булғаны өсөн түгел,
Уның һүҙе ҡиммәт алтындан.
Күптәргә ярҙам булды кәңәше,
Ә эштәре - ҡотҡарҙы яуыздан.
Бөйөк йөрәкле ул - атайым.
Ғаиләм, халҡым, тип тора.
Ошо изге йөрәктә
Нисек Ер шары һыйа?
Атайымдың йөрәге берсә
Ҡаты, ныҡлы ла була,
Ә икенсе яҡтан ҡараһаң -
Мөхәббәт урғып тора.
Атайымдың Бөйөк йөрәге мине
Көн дә яҡшыға этәрә.
Ә үҙ ғүмерендә ошо йөрәк
Күпме кешегә ярҙам еткерә?!
Эйе, бөйөк кешеләр күп,
Ә Бөйөк йөрәкле - берәү генә.
Атайым кеүек булыр өсөн
Мең тормош та етмәҫтер ҙә!
Атайымдың бөгөн тыуған көнө
Йәшә бәхеткә күмелеп кенә!
Күп йылдарҙан бөйөк кешене оноторҙар
Әммә Бөйөк йөрәкте онотмаҫ Хоҙай Тәғәлә!
Автор: Розалина Ибраһимова
Иң изге теләктәр менән һинең тормош иптәшең Нәркәс, улың Азат, ҡыҙҙарың Розалина һәм Рәзилә, киленең Оксана.