Бөтә яңылыҡтар

Бер- беребеҙҙең ҡулдарынан әле күпме бергә эсәр һыуҙар бар!

Ҡәҙерле улыбыҙ, кейәүебеҙ, туғаныбыҙ - Ибраһимов Урал Дамир улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бер- беребеҙҙең ҡулдарынан әле күпме бергә эсәр һыуҙар бар!
Бер- беребеҙҙең ҡулдарынан әле күпме бергә эсәр һыуҙар бар!

Һиңә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тыныс зәңгәр күк теләйбеҙ!
Һәр ваҡыт шулай илһөйәр, телһөйәр, эшһөйәр булып, матур ғаиләң, балаларың, туғандарың менән бергә иҫән һаулыҡта, именлектә, муллыҡта йәшәргә насип булһын!
Күңел асып, табын ҡорор өсөн
Атай- әсәй биргән туған бар
Бер- беребеҙҙең ҡулдарынан әле
Күпме бергә эсәр һыуҙар бар!
Ҡасан барып кермә, ихлас итеп
Ҡаршы алып торған туған бар
Мең мәшәҡәт тулы йөрәгеңдә
Туғаныңа һәр саҡ урын бар.

Иң изге теләктәр менән әтейең, әнәйең, ҡайның, туғандарың.

Автор:
Читайте нас