Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ

Эльмира САТТАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ
Һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ

Яңы Юл ауылы
Ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ Эльмира Сәғҙәт ҡыҙы САТТАРОВАны матур ғүмер байрамы - 45 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡотлы булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ҡотлау менән ҡайның Рафаил, ҡәйнәң Тәнзилә, Гөлшат апайың, Илшат еҙнәң, Рим авзыйың, Ризәлә еңгәң һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас