Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ! Бергә үтер тормош юлығыҙ ҡыуаныс-шатлыҡтарға, оло бәхет һәм мөхәббәткә сорналһын! Изге хистәрҙән ҡоролған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, ныҡлы булһын!
Бер-берегеҙҙе һаҡлап, һөйөп-һөйөлөп кенә, беҙҙең оло ышаныстарыбыҙҙы аҡлап, туғандарығыҙҙы, дуҫтарҙы һоҡландырып, тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен ине.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!
Бәхетегеҙ тулып, ташып торһон,
Мәңге бергә, татыу булығыҙ.
Изгеләрҙән-изге теләк һеҙгә:
Ҡотло булһын йәшлек туйығыҙ!
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйҙәрегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ!