Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Ғәҙелхәй Әхиәр улы ЯМАНҺАРОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, уңған, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъяларыңды нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
Ят итмәнең беҙҙе, ярҙам иттең
Атай булырға тип тырыштың.
Әнәйемә иптәш булам, тиеп
Донъя көтөргә тип тырыштың.
Ейәндәрең дә олотай тиеп
Өҙөлөп торалар бит яратып
Рәхмәт инде һиңә беҙҙең янда
Йәшәгәнең өсөн ҡарашып.
Үсектергәнбеҙҙер инде ваҡытлыса,
Яңылыштар инде әҙ түгел.
Донъя булғас төрлө хәлдәр була,
Үкенесле мәлдәр әҙ түгел
Матур юбилейың менән ҡотлап
Теләйбеҙ тик изге теләктәр.
Иң ҙур байлыҡ һаулыҡ була тиҙәр
Ҡаҡшамаһын һаулығың гелән.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.