Таймаҫ ауылы.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған изге күңелле әсәйебеҙ, һылыуым, өләсәйебеҙ, инәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ - Рафиға Сәлих ҡыҙы ИҪӘНСУРИНАны - 85 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың нығын, ғүмерҙең оҙонон, сәләмәтлектең күбен, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, тыныс ҡына йәшәүен теләйбеҙ.
Рафиға Сәлих ҡыҙы Федоровка районы Юлдаш ауылында 25 август 1940 йылда донъяға килә. Уның бала сағы, ауыр һуғыш юлына тура кила. Атаһы һуғышҡа киткәндә йәш ярымлыҡ ҡына булып ҡала. Үҫә төшкәс үҫмер ҡыҙ бала зирәк булып эшкә төшә. Һарыҡ ҡарай, комбайнға яғыулыҡ һалырға йөрөнөк ҡыҙҙар менән, тип иҫкә ала. 1960 йылда әсәһе менән Таймаҫ ауылына күсеп ҡайта. Атаһы шул 41 йылда киткәндән һуң ҡайта алмай. Әсәһе Таймаҫ ҡыҙы була. Ҡайтҡан көндө үк эшкә саҡырталар 20 йәшлек кенә ҡыҙ эштән ҡурҡмай, ең һыҙғанып эшкә тотона, һыйыр һауа. 1963 йылда шул ауыл егете Илгиз Шихап улы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Уларҙың ғүмер емештәре өс ул донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы оло улдары мәрхүм була. Илгиз Шихап улы менән 63 йыл бергә йәшәп ҡалалар. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың, туғандарыңдың, ейән-ейәнсәреңдең изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде, сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Һин булғанға ғорурланабыҙ, яратабыҙ. Бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Барлыҡ балаларың, туғандарың, ейән-ейәнсәреңдең исеменән изге теләктәр теләп: ҡыҙҙарың Дилә, Гәүһәр.