Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Августа 2025, 07:12

Донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат

Ғәлиә ХӘЙБУЛЛИНАны 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле затДонъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат
Донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан һылыуым, балдыҙым - Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны күркәм ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, беҙҙең өсөн һин донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде яҡындарыңа өләшеп, башҡаларға үрнәк булып матур ғүмер юлы үтәһең. Уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле ҡәҙерлебеҙ, һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, кейәү менән парлашып, оҙон-оҙаҡ, бәхеттәргә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән апайың Нәзирә, еҙнәң Рәшит.

Автор:
Читайте нас