

Яңы Таймаҫ ауылы
Эшсән, тырыш, өлгөр, хөрмәтле коллегабыҙҙы, Таймаҫ ауылы советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Рафаэль ҡыҙы ВӘЛИДОВАны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тыңғыһыҙ хеҙмәттәшебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелектәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып, оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын!
Ҙур уңыштар һиңә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөңдә һис нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һинән һағыштар.
Мулдан булһын һинең өлөшөңә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Таймаҫ ауылы советы хакимиәте коллективы.