

Яҡшымбәт ауылы
Иң ҡәҙерле, иң яҡын һәм яратҡан кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, киленем - Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Бар булмышыңды балаларға белем биреүгә арнап, оҙаҡ йылдар уҡыусыларыңа сифатлы белем бирәһең, уларҙы яңынан-яңы үрҙәргә этәрәһең. Һинең 28 йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтеңде бихисап Почет грамоталарың, Рәхмәт хаттарың, Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре исемең дәлилләй.
Матур ғүмер байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә бергә-бергә, йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, беҙҙең һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул, парлы, бәхетле тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың һәм ҡайның.